Колумбия
полицияһы Панама сиге янындағы махус
операция барышында 8 тонна кокаин
конфискациялаған. Властар белдереүенсә,
Колубияла был һуңғы йылдарҙағы иң ҙур
“табыш.” Кокаинды, оҙатырға әҙерләп,
“Усуга кланы” төркөмө башлыҡтарының
береһенеке булған ер аҫты һаҡлағысына
йәшергәндәр.
“АҠШ-та
был наркотиктарҙың хаҡы - 250 миллион
доллар тирәһе. Был “Усуга кланы” һәм
Колумбияның наркотиктар һатыусыларына
етди һөжүм, ”-тип белдерә Колумбия
оборона министры Луис Карлос Вильегас.
Полицейскийҙар
йәшрен ул урынды банан плантацияһында
тапҡандар. Енәйәтселәр наркотик
матдәләрҙе Үҙәк Америка илдәре аша
АҠШ-ҡа алып барырға ниәтләгәндәр.
Операция барышында элек эҙләү иғлан
ителгән өс кеше ҡулға алынған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий