вторник, 17 мая 2016 г.

Колумбия: баш күтәргән FARC яғында һуғышҡан балалар тыныс тормошҡа ҡайтасаҡ.


Колумбия хөкүмәте һәм Колумбияның баш күтәргән Революцион ҡораллы көстәре (FARC) баш күтәреүселәр яғында һуғышҡан 15 йәшкә тиклемге балаларҙы тыныс тормошҡа ҡайтарыу тураһында килеште. Был турала һөйләшеүҙәр алып барған хөкүмәт делегеацияһы башлығы Умберто де ла Калье белдереү яһаны:

Өс мөһим ҡарар ҡабул ителде: хәрби лагерҙарҙан 15 йәшкә тиклемге балаларҙы азат итеү, 18 йәшкә тиклемге балаларҙың баш күтәреүселәрҙең ойошмаларынан сығыуын тәьмин итеүсе юл картаһын эшләү һәм тыныс тормошҡа ҡайтыусы был балаларға ярҙам программаһын төҙөү.”

Баш күтәреүселәр рәтен ҡалдырып киткән балалар конфликт ҡорбандары тип иҫәпләнәсәк. 14 йәшкә тиклемгеләр енәйәт яуаплылығынан азат ителәсәк, ә ҡалғандары амнистияға эләгәсәк.

Беҙ милли хөкүмәт менән шул хаҡта килештек: бәлиғ булмағандар, ҙур социаль-сәйәси драма ҡорбандары булараҡ, яуаплылыҡҡа тарттырылмаясаҡ; уларҙы һис ҡасан енәйәтселәр тип ҡарамаясаҡтар,”-тине хөкүмәт менән һөйләшеүҙәр алып барған баш күтәреүселәр вәкиле Иван Маркес.

Reuters хәтергә төшөрөүенсә, баш күтәреүселәрҙе үҫмерҙәрҙе көсләп мобилизациялауҙа ғәйепләгәйнеләр. Колумбия хөкүмәте баш күтәреүселәр уларҙы ҡорбан рәүешендә файҙалана тип белдергәйне. Ә FARC иһә күпселек бала-саға, бер нәмәһеҙ етем ҡалғас, лагерға үҙҙәре килде тип раҫлай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий