среда, 18 мая 2016 г.

Иран: матур ҡатын-ҡыҙҙарға Instagram битендә урын юҡ.


Иранда, Instagram битен “әҙәпһеҙ маҡсаттар өсөн” ҡулланған өсөн, 8 кеше ҡулға алынған. Һүҙ был ҡушымтала хиджабһыҙ ҡатын-ҡыҙ моделдәре фотоларын биреү хаҡында бара, ә Ислам республикаһында был тыйылған.

Ҡулға алыуҙар ике йылға һуҙылған, модель бизнесы рәттәренә йәшерен агенттар индерелгән “Үрмәкүс II” операцияһы сиктәрендә үткәрелгән.

Таһрандың компьютер енәйәттәре суды вәкиле белдереүенсә, был ҡулға алыуҙарҙан тыш йәнә 21 кешегә ҡарата енәйәт эше асылған. Әхлаҡ һағында тороусылар, фотографтар, визажистар, моделдәрҙе лә индереп, Instagram битендә ҡыҙҙарҙың фотоларын урынлаштырған 170 кешене асыҡлаған.


Бынан тыш Ирандың Ислам революцияһы корпусы һағы Американың билдәле фотомоделе Ким Кардашьянды фотолар ярҙамында Иран ҡатын-ҡыҙҙарына ислам принциптарына ҡаршы килгән йәшәү рәүешен тағып юлдан яҙҙырыу маҡсатын ҡуйған йәшерен агент тип иғлан итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий