среда, 18 мая 2016 г.

Йәйге Олимпиаданан һуң, Зика биҙгәге бөтә донъяға таралыуы ихтимал.


Aedes aegypti серәкәйе таратҡан Зика вирусы бөтә донъяға көтөлгәндән күпкә тиҙерәк таралыуы ихтимал. Шишәмбе көн Мәскәүҙә был ауырыуҙы өсөнсө кеше йоҡтороуы асыҡланды.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ул ауырыуҙың бөтә донъяға янауы хаҡында белдерҙе.

Зика тураһында күберәк белгән һайын, ҡурҡыу көсәйә. Мин ошо турала йәнә бер тапҡыр киҫәтергә тейеш. Ваҡыт үтеү менән, Зика вирусы менән бәйле хәүефтәр үҙгәрҙе,”-ти Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы Генераль директоры Маргарет Чен.

Вирустың таралыу үҙәге – Бразилия. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, уның 18 штатында Зика биҙгәге менән ауырыған ярты миллиондан ашыу кеше теркәлгән. Августа шунда йәйге Олипмпиада үтергә тейеш.

Бразилияның спорт министры әйтеүенсә, илдә Зика вирусы менән көрәш бара, “профилактик саралар үткәрелә” һәм “шул рәүешле Бразилия бөтә донъяға позитив сигнал ебәрә.

Күп кенә белгестәр иһә спортсыларҙы Бразилияға бармаҫҡа өндәй. Тик, киҫәтеүҙәргә ҡарамаҫтан, Олимпиаданан баш тартырға йыйыныусылар юҡ. Өҫтәүенә Рио-де-Жанейро ярты миллион тирәһе көйәрмәнде көтә, ә улар вирусты бөтә донъя таратыуы мөмкин.






Комментариев нет:

Отправить комментарий