четверг, 19 мая 2016 г.

Шри-Ланка: шыуғындар арҡаһында, 800 кеше хәбәрһеҙ юғалған.


Шри-Ланкала, ҡойма ямғырҙар барлыҡҡа килтергән шыуғындар арҡаһында, 800 кеше хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелгән.

Бер нисә тәүлек буйы ҡойма ямғырҙар яуа. Урындағы властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, күп кенә ауылдар тауҙарҙан төшкән шыуғындар аҫтында ҡалған.
Ҡайһы бер райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Батҡаҡ аҫтынан 37 кешенең кәүҙәһен ҡаҙып сығарғандар, тик ҡотҡарыусылар был һандың артыуы мөмкин тип иҫәпләй.

180 кешене имен килеш ҡотҡара алғандар. Урындағы 30 меңдән ашыу кеше йорттарын ташлап киткән һәм ҡотҡарыусылар ярҙамында эвакуацияланған.

Йәшен атыуҙан һәм көслө елдән етди материал зыян күрелгән.
Властар фажиғә урандарындағы эшкә армияны йәлеп иткән.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, шаршамбыға ҡәҙәр ямғырҙар туҡтамаясаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий