Евроберләшмә
глифосатты ауыл хужалығында артабан
ҡулланыу-ҡулланмау мсәьәләһен әлегә
хәл итә алманы. Лицензияның срогы 30
июндә тамамлана. Еврокомиссия уны тәүҙә
йәнә 15 йылға оҙайтырға тәҡдим дә иткәйне.
Ҡайһы
бер ғалимдар раҫлауынса, был пестицид
менән контакт яман шеш ауырыуҙарына
алып килә. Тик БМО-ла глифосатты ағыулы
түгел тип иҫәпләйҙәр.
28
илдең эксперты кесе йома көн күпселек
тауыш менән уны ҡулланыуҙы йәнә 9 йылға
оҙайта ала ине, әммә мәсьәләне тауышҡа
ҡуйыуҙы кисектереп торҙолар.
Экология
ойошмалары активистары, бындай
гербицидтарҙы ҡулланыуҙы тулыһынса
йәки зарарһыҙ икәнлеге асыҡланғансы
тыйыуҙы талап итеп, демонстрациялар
үткәреүҙе дауам итә.
Глифосатҡа
ҡаршы петиция аҫтына 1,4 миллион европалы
ҡултамғаһын ҡуйҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий