суббота, 21 мая 2016 г.

Найджел Фараж автобуста “Брексит” өсөн агитация үткәрә.


Британияның UKIP фирҡәһе башлығы Найджел Фараж, короллектең ЕС составынан сығыуы кампанияһын үткәреү өсөн, ил буйлап автобуста сәфәргә юлланды. 23 июнгә планлаштырылған референдумда Бөйөк Британияның Европа Союзындағы артабанғы яҙмышы хәл ителәсәк. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Британия халҡының 41 проценты ЕС-тан сығыу идеяһын яҡлай, тик 47 проценты Европа берләшмәһендә ҡалыуҙы хуп күрә.

-Истеблишмент вәкилдәре, байҙар, транснациональ корпорациялар һәм эре банктар - бына кемдәр һуңғы йылдарҙа яҡшы йәшәне, тап бына шулар ЕС-та ҡалырға теләй. Әммә халыҡ - ҡаршы,-тип белдерҙе Найджел Фараж.

Британия евроскептигы турҙы Еврокомиссия вәкиллеге урынлашҡан Лондондағы Европа йортонан башларға булды. Үҙе белдереүенсә, уның автобусы был урынды ташлап китәсәк һәм Лондон үҙ мәсьәләләрен Брюссель консультацияларынан тыш хәл иткән киләсәккә юл тотасаҡ.

Найджел Фараж евроскептиктарҙың еңеүенә шикләнмәй һәм референдум үткәреү көнөн Бөйөк Британияның яңы Бойондороҡһоҙлоҡ көнө тип атай.


Комментариев нет:

Отправить комментарий