воскресенье, 22 мая 2016 г.

ЕС-та визалар тергеҙеү механизмы эшләнә.


Евроберләшмә Төркиә, Грузия, Украина һәм Косово граждандары өсөн визаһыҙ режим индермәне әле, әммә уны ғәмәлдән сығарыу юлдарын ҡарап ҡуйҙы. ЕС-тың эске эштәр министрҙары йома көн Брюсселдәге осрашыуҙа, әгәр был илдәрҙең граждандары күпләп һыйыныр урын һорай башлаһа, “ашығыс тормозды” эшкә ебәрергә килешеп ҡуйҙы.

Визалараҙан азат булыуҙың ЕС ағзалары өсөн дә һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа килгән ил граждандары өсөн дә өҫтөнлөктәре бар,-ти Нидерландтарҙың миграция эше буйынса министры Клаас Дийкхоф.-Тик виза азатлығын туристар һәм командировкаға килеүселәр енәйәти эштәр өсөн файҙаланырға тейеш түгел.”

Париж һәм Берлин тәҡдим иткән виза режимын ашығыс рәүештә өҙөү механизмын Еврокомиссия яҡланы һәм ул хәҙер Европарламентта раҫланырға тейеш.

Реадмиссия хаҡындағы килешеүҙе һәм либерализация өсөн башҡа шарттарҙы үтәүҙән туҡтаған өсөнсө илдәр өсөн йәнә виза индереү күҙ уңында тотола.

Әгәр ошо шарттар үтәлһә, Шенген зонаһына визаһыҙ 130 миллион кеше инә аласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий