БМО-ның
йомала баҫылып сыҡҡан докладында
2016 йылдағы апрелдең метеокүҙәтеүҙәр
тарихында иң эҫеһе булыуы хаҡында
әйтелә.
Быйыл
апрелдең уртаса температураһы быға
тиклемгеләренән Цельсий буйынса 1,1
градусҡа юғары. Метеокүҙәтеүҙәр алып
барыла башлаған 1951 йылдан бирле бындай
хәл булғаны юҡ ине әле.
“12
ай рәттән һауа торошо температура
рекорды ҡуя. Был хәлдең уғата ҙур тиҙлеге
хәүефләндерә. Ул тайпылышһыҙ арта,”-тип
һөйләй Бөтә донъя метеорология ойошмаһы
пресс-секретары Клэр
Нулис.
Ошондай
хәл ғалимдарҙы “климаттың ғәҙәттән
тыш хәле” тураһында һөйләргә мәжбүр
итә һәм 2016 йылдың кешелек тарихында иң
эҫе йыл буласағына шик ҡалдырмай.
БМО
Париждағы Бөтә донъя климат конференцияһы
килешеүе ҡарарҙарын йәһәтерәк тормошҡа
ашыра башларға саҡыра, унда ҡатнашыусылар
донъя температураһы үҫешен Цельсий
буйынса 2 градустан кәмерәк кимәлдә
һаҡларға һөйләшкәйне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий