Мысырҙың
EgyptAir авиакомпанияһы самолетының һәләкәте
асылда Яҡын Көнсығыш илдәренең турист
бизнесына яңы һөжүм булды. Күптәнге
Thomas Cook туристик компанияһы Мысыр, Тунис
һәм Төркиә кеүек илдәргә йәйге заказдарҙың
һиҙелерлек кәмеүе хаҡында белдерә. Яңы
һәләкәттән һуң, Мысырға иң сыҙамлылар ғына барырға йыйына.
Сәләмә
Кордейа, Мысыр бизнесмены:
“Беҙгә
мотлаҡ йортобоҙға ҡайтырға кәрәк. Бөгөн
килеп сыҡмай икән, киләһе аҙнала осорбоҙ,
ә бәлки, киләһе айҙа. Нисек тә ҡайтырбыҙ.”
Жан-Люк
Леборнь, француз турисы:
“Беҙ
хафаға ҡалдыҡ. Белеүегеҙсә, Шарм-әл-Шәйех
ҡунаҡханалары 80 процентҡа буш тора.
Унда тормош әйтерһең дә туҡтап ҡалған.
Һәләкәт булыуға ҡарамаҫтан, беҙ барыбер
унда барырға уйлайбыҙ.”
Ошо
йылдың беренсе кварталындағы Мысырҙың
туризмдан алынған килеме 500 миллион
доллар ғына булды, ә был элекке йыл менән
сағыштырғанда өс тапҡыр кәмерәк. Мысырға
туристар ағымы 2011 йылғы “ғәрәп яҙы”
менән бәйле тәртипһеҙлектәрҙән һәм
башланып киткән терроризмдан һуң кәмене.
Әгәр 2010 йылда Мысырҙа 14 миллион 700 мең
кеше булһа, 2011 йылда һәм унан һуң- 10
миллиондан кәмерәк. Быйыл иһә, Синай
өҫтөндә Рәсәй самолеты һәм Урта диңгеҙ
өҫтөндә Мысыр лайнеры һәлкәтенән һуң,
туристар һаны йәнә кәмейәсәк тип көтөлә.
Thomas
Cook агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса,
туристарҙың күпселеге хәҙер Яҡын
Көнсығыш урынына Испания һәм Португалия
кеүек көньяҡ Европа илдәренә юл тотоуҙы
хуп күрә.
Комментариев нет:
Отправить комментарий