среда, 25 мая 2016 г.

Эрдоган Евроберләшмәгә яңы ультиматум ҡуйҙы.


Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган Евроберләшмәгә яңы ультиматум белдерҙе, ҡасаҡтарҙы ҡайтарыу буйынса килешеүҙе туҡтатыу менән янаны.

Төрөк лидеры шуны аңғартты: тәүге нәүбәттә ул визаһыҙ режим хаҡындағы килешеү эшендә алға китеште көтә; ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн Брюссель вәғәҙә биргән финанс ярҙамы килмәүе хаҡында ла белдерҙе ул.

-Был һөйләшеүҙәрҙе сит ил эштәре министрҙары алып барасаҡ. Килешеү төҙөлмәһә, ғәйептән булмаһын - редмиссия өсөн кәрәкле закондар парламент аша үтмәйәсәк,-тип белдерҙе Эрдоган.

Мартта төҙөлгән килешеү шуны күҙ уңында тота: Төркиә үҙ территорияһы аша Европаға үтеп ингән легаль булмаған мигранттарҙы кире ҡайтарасаҡ, яуап итеп ЕС Төркиәләге Сүриә ҡасаҡтарын ҡабул итәсәк, Анкараға финанс ярҙамы күрһәтәсәк һәм визаһыҙ режим булдырасаҡ.

Тик Брюссель визанан баш тартыуҙы байтаҡ шарттар менән бәйләй, шуларҙың иң мөһиме - терроризмға ҡаршы ҡануниәтте либерализациялау. Төрөк етәкселеге иһә быға ҡырҡа ҡаршы сыға.


Комментариев нет:

Отправить комментарий