четверг, 26 мая 2016 г.

Италия моряктары Урта диңгеҙҙә 560-тан ашыу ҡасаҡты ҡотҡарған.


Италия караптары Сицилия боғаҙында 560-тан ашыу легаль булмаған мигрантты ҡотҡарған. Халыҡ менән шығырым тулы кәмә, пассажирҙар яр буйы һағын күреп бер яҡ бортына уҡталғас, түңкәрелә башлаған. Мигранттарҙы ҡотҡарырға йыйынған моряктарға уларҙы һыуҙан тартып сығарырға тура килгән, ярҙамға вертолеттар ҙа килеп еткән. Һөҙөмтәлә 5 кеше һәләк булған.

Һуңғы бер нисә көн эсендә Европаға барып етергә маташҡан 6 меңдән ашыу кешене ҡотҡарғандар.

Евроберләшмә күргән ҡайһы бер сараларға ҡарамаҫтан, легаль булмаған мигранттар ағымы кәмемәй. Ҡотҡарылғандар араһында Европаға тип ата-әсәһеҙ юлға сыҡҡан 250-нән ашыу бала ла бар. Нигериянан 9 айлыҡ ҡыҙ баланың ауырлы әсәһе мигранттар тейәлгән кәмәлә ут сығып һәләк булған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий