Греция-Македония
сигендәге Идомени ауылы янындағы
ҡасаҡтар лагеры юҡ ителде. Һуңғы осор
8 меңдән ашып киткән мигранттарҙы
эвакуациялау тамамланды. Бында гуманитар
ойошмаларҙың палаткалары ғына ҡалды,
яйлап уларҙы ла алып ташлаясаҡтар.
Урындағы
властарҙың мәғлүмәттәре буйынса, 3 мең
самаһы мигрант автобустарҙа махсус
ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәктәренә
оҙатылған. Ҡайһы берәүҙәре быны
оҡшатмаған.
“Кешеләр
яҡшыраҡҡа ынтыла, берәүҙең дә бысраҡ
араһында йәшәгеһе килмәй. Барыһы ла үҙ
йортон һалырға теләй, шуға күрә, яҡшы
киләсәккә өмөтләнеп, күптәр эвакуацияны
ыңғай ҡабул итте. Тик икенсе лагерға
күсергә теләмәгәндәр ҙә булды. Улар
тормоштарын өр-яңынан башларға, йәнә
йорт һалырға әҙер, сөнки лагерь һәм
үҙәктәр үҙ өйҙәре түгел, ваҡытлы төйәк
кенә,”-ти
“Сиктәрһеҙ врачтар” ойошмаһы вәкиле
Вики Марколефа.
Идомени
лагерында көн итеүсе меңдәрсә кеше
ҡасып китеүҙе хуп күрҙе. Улар, Көнбайышҡа
юл тотоу өсөн, нисек тә Македония сиген
үтеү яйын эҙләй.
Ҡайһылары
күрше Эвзони ауылы янында яңы лагерь
ҡороп ебәргән, ҡайһылары тирә-яҡҡа
таралған. Рәсми ойошторолған үҙәктәгеләр
артабан Төркиәгә оҙатыласаҡ, тип уйлай
улар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий