пятница, 27 мая 2016 г.

Франция: ҡаршылыҡ акциялары көсәйә бара.


Францияла хеҙмәт ҡануниәте реформаһына ҡаршы сираттағы ҡаршылыҡ акциялары булды. Парижда һәм башҡа ҡалаларҙа күп меңлек манифестациялар үтте.  Футбол буйынса Европа чемпионатын өҙмәҫ өсөн, хөкүмәт кире сигенер тип өмөтләнә ҡаршылыҡ акцияларын ойоштороусылар.

Хөкүмәттә лә фекер айырымлыҡтары һиҙелә, һәм, футбол буйынса Европа чемпионаты яҡыная барған һайын, ул ҡаршылыҡтар арта ғына барасаҡ,-ти үтә һул сәйәсмән Оливье Безансно. -Ике ай ярымға һуҙылған ҡаршылыҡ акцияларына, 8 көн буйы барған стачкаларға, иҡтисадтың мөһим секторҙарында тыуып торған забастовка хәрәкәтенә түҙеү мөмкин түгел. Европа чемпионатын яғыулыҡһыҙ, машиналарһыҙ, транспортһыҙ һәм электрһыҙ үтеүен күҙ алдына килтереп булмай.”

Ҡаршылыҡ акциялары күмәк демонстрациялар менән генә сикләнмәне, радикаль ҡатнашыусылар полиция менән бәрелеште. Кәм тигәндә 30 кеше ҡулға алынды.

Профсоюздар иғлан иткән дөйөм стачкала күп кенә француздар ҡатнаша. Кесе йома атом электростанциялары хеҙмәтсәндәре лә уларға ҡушылды. Профсоюз активистары аҙна буйы инде 8 нефть эшкәртеү заводының 5-еһендә эште туҡтатты. Бензин һәм дизель яғыулығы етмәү арҡаһында, күпселек бензоколонкалар ябылды.
Хөкүмәт яғыулыҡтың стратегик запастарын файҙаланырға ҡарар итте, тик профсоюздарҙың баҫымына һаман да ҡаршы тора әле.


Комментариев нет:

Отправить комментарий