пятница, 27 мая 2016 г.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығы: “Савченко эше” Минск килешеүе менән бәйле түгел.


Рәсәй сит ил эштәре министрлығы, Украина летчигы Надежда Савченконың азат ителеүе Минск килешеүе менән бәйле түгел, тип белдерҙе.

Рәсәй сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова, Минск килешеүен тормошҡа ашырыу өсөн, үҙ өҫтөнә тейешле йөкләмәләр алған аралашсы дәүләттәр ярҙамында Киев һәм Донбасс араһында тура диалог булыу зарурлығы хаҡында әйтте.

Ни өсөндөр тырышып-тырмашып Надежда Савченко эше һәм Украина гражданкаһын РФ граждандарына алмаштырыу Минск килешеүенә нигеҙләнеп атҡарыла тигән миф тыуҙырыла. Был миф һәм был дөрөҫлөккә тап килмәй.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий