Рәсәй
президенты Владимир Путин Грецияға
визиты барышында уның президенты һәм
хөкүмәт башлығы менән ике илдең иҡтисади
бәйләнештәре үҫеше, шулай уҡ Рәсәй һәм
Евроберләшәмә мөнәсәбәттәрендәге, шул
иҫәптән Украинала килеп тыуған хәлдәр
менән бәйле көрсөк хаҡында һөйләште.
Ҡырымдың
Украина составына ҡайтарылыу мөмкинлеге
тураһындағы журналистарҙың һорауына
Владимир Путин шулай тип яуап бирҙе:
“Был
мәсьәләгә кире ҡайтыу урынһыҙ. Ул Ҡырымда
йәшәүсе кешеләрҙең тарихи ҡарары, шуға
күрә ул турала Рәсәй бер кем менән дә
һөйләшергә йыйынмай.”
Премьер-министр
Алексис Ципрас, һөйләшеүҙәр тамамланғас,
Грецияның Рәсәй менән бәйләнештәрҙе
нығытыуға йөҙ тотоуын белдерҙе һәм ике
илде “тығыҙ тарихи, дини, рухи ептәр”
бәйләүен әйтеп үтте.
Владимир
Путин Грецияға Афина ярҙам ҡулы һуҙырҙай
һәм илдең ауырыу иҡтисадын йәнләндереп
ебәрерҙәй инвесторҙар эҙләгән саҡта,
ә Мәскәү Украина көрсөгө менән бәйле
санкцияларҙан ҡотолоу йәки уларҙы
еңеләйтеү ниәте менән ЕС илдәре араһында
союздаштар эҙләгән мәлдә килде,”-тип
тапшыра Афинанан “Евроньюс”
хәбәрсеһе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий