вторник, 31 мая 2016 г.

Пальма-де-Мальорка туристарға шат түгелме?


 “Туристар- һыпыртығыҙ бынан, ҡасаҡтар- хуш килдегеҙ!”- Испанияның шифахана ҡалаһы Пальма-де-Мальорка йорттарында шундай яҙыуҙарҙы күрергә мөмкин. Ҡаршылыҡ акциялары әлегә күп түгел, әммә улар урындағы халыҡтың ризаһыҙлығы арта барыуы хаҡында һөйләй.

Туризм Испания ҡаҙнаһына 12% килем килтерә һәм 16% эш урындары бирә. Килеүселәрҙең күплеге иҡтисадты алға этәрә, тик шул уҡ ваҡытта халыҡтың тормошон ҡатмарландыра ла. Һүҙ транспорт, эсәр һыу, тауарҙар һәм хеҙмәтләндереү хаҡтары проблемалары хаҡында бара. Һәм улай ғына ла түгел. Әйтәйек, гавангә меңдәрсә пассажирҙары менән круиз лайнерҙары инә, бында йәшәүселәр ул саҡта тормош туҡтауһыҙ байрамға әйләнгән ҡала үҙәгенә бармаҫҡа тырыша.

Ике йыл элек шундай уҡ проблемалар Барселонала ла ҡаршылыҡ акциялары тыуҙырҙы. Күсемһеҙ милек бизнесының сәскә атыуы фонында пляж районында йәшәүселәр берҙәм фронт булып эскән, үҙен әҙәпһеҙ тотҡан туристарға ҡаршы сыҡты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий