вторник, 31 мая 2016 г.

Хабре өҫтөнән суд: “иң мөһиме – уны ғәйепле тип таптылар, ә компенсация – аҙаҡ.”


Чадтың элекке президенты Хиссен Хабре өҫтөнән суд йылға яҡын барҙы, күп күҙәтеүселәр уны “тарихи” тип атай, сөнки тәүге тапҡыр Африка дәүләтенең элекке башлығы ҡитғаның икенсе илендә суд алдына баҫты.

Чадтың сәйәси репрессиялары һәм енәйәттәре ҡорбандары ассоциацияһы президенты (AVCRP) Клемент Абаифута былай тине:

Хиссен Хабре бер заман суд алдына барып баҫасағын күҙ алдына ла килтерә алмай ине. Беҙ көрәштек һәм беҙҙең тырышлығыбыҙ һөҙөмтә бирҙе.”

Минең өсөн хәҙер иң мөһиме – уны ғәйепле тип таптылар, ә компенсация  аҙаҡ,”-ти зыян күреүсе Фатима Тхиангдум.

73 йәшлек Хабре власта булған саҡта ҡылған енәйәттәре өсөн “Африка Пиночеты” ҡушаматын алған.

Хабреның адвокаты Ибраһим Диавара бына нәмә ти:

Беҙ ҡәнәғәт түгел, суд процесында президент Хабреның ғәйепһеҙлеген иҫбатлаусы бөтә дәлилдәребеҙгә ҡаршы ялған ғәйепләүҙәр ташланды. Беҙ уны аҡларҙар тип көткәйнек.”

Зыян күреүселәрҙең адвокаты шундай фекер әйтте:

Был ҡарар бөгөн Африкала власть башында торғандарға йәки уны ҡулға төшөрөргә маташҡандарға киҫәтеү һымаҡ буласаҡ. Бөгөнгө көндә кеше хоҡуҡтарын тыныс ҡына боҙоу, төндәрен тыныс ҡына йоҡлай мөмкин түгел.”





Комментариев нет:

Отправить комментарий