вторник, 31 мая 2016 г.

Аҙна эсендә Урта диңгеҙҙә 880 мигрант батып үлгән.


Уҙған аҙнала Урта диңгеҙҙә кәм тигәндә 880 мигрант батып үлгән. БМО-ның Ҡасаҡтар эше буйынса агенствоһы был мәғлүмәттәрҙе иҫән ҡалған шаһиттарҙың күрһәтеүҙәренә нигеҙләнеп килтерә. Йыл башынан алып һәләк булғандарҙың һаны 2 500-гә еткән.

Шишәмбе көн Ливия ярҙары буйында Италия яр буйы һағы һәләкәткә осраған караптарҙан 700 мигрантты ҡотҡарған. Һуңғы аҙнала Италияны төньяҡ Африка ярҙарынан айырып торған Сицилия боғаҙында 12 меңдән ашыу кеше ҡотҡарылған.

Европаға мигранттар ағымы, НАТО көстәре ярҙамында Ливияла Муаммар Ҡаддафи бәреп төшөрөлөп, уға алмашҡа бер-береһе менән дәғүәләшеүсе бандалар килгәс көсәйеп китте. Түҙеп торғоһоҙ шарттарға сығамайынса, тиҫтәләрсә мең кеше илдәренән ҡаса, кеше ташыуға яраҡһыҙ булған лыҡа тулы кәмәләрҙә Урта диңгеҙ аша хәүефле сәфәргә сыға.

Шишәмбе көн Италия полицияһы легаль булмаған мигранттарҙы Европаға ташыу менән мәшғүл булған 16 кешене ҡулға алған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий