Уның
атаһы төрмәлә ултыра, башҡа ғаилә
ағзалары Перуҙан күсеп киткән, шуға
ҡарамаҫтан Кейко Фухимори һайлау алды
компанияһының фавориты - президент
һайлауҙарының икенсе туры йәкшәмбегә
тәғәйенләнгән.
Шишәмбе
көн меңдәрсә кеше, ваҡиғаларҙың бындай
боролошона ризаһыҙлыҡ белдереп, Лима
урамдарына сыҡты. “Демократияға- эйе,
диктатураға- юҡ!” тип яҙылғайны
уларҙың транспаранттарында.
“Беҙҙең
хәтер яҡшы, беҙ Фухимори кланынының
власҡа кире ҡайтыуына юл ҡуймаясаҡбыҙ!-ти
Конгресс ағзаһы һәм һул “Киң фронт”
башлығы Вероника Мендоса.- Балаларыбыҙҙың
көс ҡулланыуҙар, коррупция һәм енәйәтселек
сәскә атҡан илдә йәшәүен теләмәйбеҙ, ә
Кейко Фухимори ханым былар менән көрәшеү
өсөн һәләттәре лә, мораль хоҡуғы ла
булмауын иҫбатланы.”
”Беҙ
күрә алмаусанлыҡ булмаған илдә, тыныс,
демократик һәм прогрессив дәүләттә
йәшәргә теләйбеҙ,-тип өҫтәй демонстрацияла
ҡатнашыусыларҙың береһе.-Бына шуның
өсөн дә беҙ Кейкоға һәм Фухимори кланы
ҡайтыуға “Юҡ!” тип әйтәбеҙ.”
Апрелдәге
һайлауҙарҙың тәүге турында Кейко
Фухимори - “Халыҡ көсө” уң үҙәк фирҡә
рәйесе - тауыштарҙың 38 процентын йыйҙы.
Икенсе урында - “Перуанлылар үҙгәрештәр
яҡлы” яҡлы фирҡәһенән технократ Педро
Кучински, уның өсөн һайлаусыларҙың 25,5
проценты тауыш биргән.
Илгә
1990-2000 йылдарҙа етәкселек иткән Альберто
Фухимори, 2009 йылдың апрелендә кеше
хоҡуҡтарын боҙоуҙа, шул иҫәптән “үлем
эскадроны” төҙөүҙә һәм халыҡты көсләп
стерилләүҙә ғәйепле тип табылып, 25
йылға иркенән мәхрүм ителде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий