четверг, 2 июня 2016 г.

Таиландтағы ”Юлбарыҫтар монастыры”нда 40 үле юлбарыҫ балаһы табылған.


Киң билдәле ”Юлбарыҫтар монастыры” территорияһында хайуандарҙы күсереү операцияһы барышында 40 үле юлбарыҫ балаһы табылған. Дәүләт һағында булған һәм һирәк осрай торған башҡа хайуандарҙың һөлдәләре лә табылған.

Урындағы властар буддистар монастырынан хайуандарҙы дүшәмбе көн, монахтарҙың “ҡырағай йәнлектәрҙе коммерция маҡсатында файҙаланыуы” һәм уларға ҡарата аяуһыҙ булыуҙары билдәле булғас күсерә башлаған. Бындағы 137 йәнлек махсус питомникка оҙатыласаҡ.

Юлбарыҫтар монастыры” туристар араһында оҙаҡ йылдар популяр булды, бында уларҙы аҡса түләп ашатырға, һыйпарға мөмкин ине. Хайуандарҙы ҡурсалаусылар раҫлауынса, монахтар юлбаҫарҙарға йоҡлатҡыс матдәләр һәм наркотиктар биргән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий