четверг, 2 июня 2016 г.

Европала - тәбиғәт ҡазаһы.


Һуңғы көндәрҙә Францияға ябырылған ҡойма ямғырҙар көслө ташҡындарға алып килде - бындай хәлдәрҙе ҡайһы бер райондар 100 йыл буйы күрмәгән. Көн яманы Парижды ла урап үтмәгән. Сенала һыу кимәле 4 метрға күтәрелгән. Йылғаның баш ҡала өлөшөндә баржалар һәм ял катерҙары йөрөүҙән туҡтаған. Ямғырҙар тыныуға ҡарамаҫтан, Сена ҡушылдыҡтарынан һыу килеүен дауам итә.

Париждан көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан Луара департаментында хәлдәр бер аҙ арыуланған, әммә ауыл-ҡала урамдары, ауыл хужалығының киң биләмәләре, шулай уҡ А-10 автострадаһының 100 километры һаман һыу аҫтында. Унда йөҙҙәрсә автомобиль һыу эсендә ултыра. Ҡайһы бер участкаларҙа һыу эсенән машиналарҙың башы ғына күренә. Күп водителдәрҙе һәм пассажирҙарҙы махсус техника ярҙамында эвакуацияларға тура килгән. Ҡотҡарыусылар алһыҙ-ялһыҙ эшләй.

Кесаҙна көн Францияның төньяҡ һәм үҙәк өлөшөндә йәнә ямғырҙар көтөлә, көн яманы шәмбелә генә үтер тип уйлайҙар.

1999 йылда йылғабыҙҙың кимәле 3 метр 31 сантиметрға еткәйне, ә хәҙер беҙ рекорд ҡуйҙыҡ – уның кимәле 3.42, 11 сантиметрға күберәк,-ти һыу баҫҡан ауылдарҙың береһендә йәшәүсе ир.

Чехия ла көслө циклон ҡосағында. Прагага ҡойма ямғырҙар ябырылды, шул арҡала данлыҡлы Карл күпере бер нисә минут эсендә бушап ҡалды.

Германияла ла ямғырҙарҙан илдең көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайышы зыян күрҙе. Йәкшәмбе көн башланған ҡойма ямғырҙар һәм көслө ел арҡаһында, күп ерҙәрҙе һыу баҫты. Ҡайһы бер ҡала урамдары йылғаға әүерелде, ташҡын даръя автомобилдәрҙе, һынған ағастарҙы алып китте. Күп кенә магазиндар һәм йорттар һыу аҫтында ҡалды. Кәм тигәндә 4 кеше һәләк булған.

Баварияның ҡайһы бер райондарында тревога режимы иғлан ителгән. Кешеләрҙең ҡайһыларын ҡыйыҡтарҙан эвакуациялайҙар.

Биш минут эсендә һыу кимәле иҙәндән түшәмгә етте,-тип һөйләй бер ир.-Ташҡын иҫ киткес көслө булды. Иң насары шул: бының ниңә шулай килеп сығыуын аңлай алмайбыҙ. Беҙ белмәйбеҙ.”

Парижда дүшәмбе көн тәүлек буйы яуған ямғыр арҡаһында, “Ролан Гаррос” корттарында беренсе тапҡыр Францияның теннис буйынса асыҡ чемпионаты туҡтатылды. Сараны ойоштороусылар күргән зыяндарын миллиондарса евро менән баһалай.

Көн боҙолоуы урындағы халыҡтың һәм туристарҙың пландарын бутаны, әммә күптәре, шундай хәлдә лә Франция баш ҡалаһы һоҡланғыс, тип иҫәпләй.






Комментариев нет:

Отправить комментарий