суббота, 4 июня 2016 г.

Германияның көньяғында һәм Румынияла көслө ташҡындар.


Немецтарҙың Баварияһында ҡотҡарыу хеҙмәттәре көслө ямғырҙан һуң булған һыу баҫыу эҙемтәләре менән көрәшә.

Германияла кәм тигәндә 10 кеше тәбиғәт ҡазаһы ҡорбаны булған. Баварияның Зимбах-ам-Инн ҡаласығында 65 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһен тапҡандар.

Баден-Вюртемберг ерендәге Браунсбах ауылына ҡотҡарыусыларға ярҙамға эргәләге Крайльсхайм ҡалаһының ваҡытлы лагерында йәшәгән Яҡын Көнсығыштың 46 мигранты килгән.

Абдулла Мөнир - Афғанстан ҡасағы:

Телевизор аша бындағы хәлдәрҙең етдилеген күреп килдем. Ярҙам итергә булдыҡ. Шәхсән үҙем бындай хәлде беренсе тапҡыр күрәм...”

Румынияның төньяҡ-көнсығышын да һыу баҫҡан, ике кеше стихиия ҡорбаны булған, ҡаза килгән өлкәләрҙән йөҙҙәрсә ғаилә эвакуацияланған. Бакэу, Нямц, Ковасна һәм Галац райондарында ташҡын күп йорттарҙы, йылға күперҙарен, сәсеүлектәрҙе юҡ иткән. Һыу баҫыу арҡаһында, күрше Молдовала ла ҡайһы бер поездар йөрөшө туҡтатылған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий