воскресенье, 5 июня 2016 г.

Германия: Rock am Ring фестивале ҡорбандары.


Шишәмбе кис асыҡ һауала үткән Rock am Ring фестивале ваҡытында 8 тиҫтәнән ашыу кешене йәшен атҡан. Полиция хәбәр итеүенсә, тиҫтә ярым кеше бик ауыр хәлдә.

Рейнланд-Пфальц федераль ерендәге Мендиге ҡалаһында үткән фестивалдең 90 меңдән ашыу ҡунағы өсөн йәшенле ямғыр көтөлмәгән хәл булған. Шаһиттар бына нимә һөйләй:

Матур ҙа, ҡурҡыныс та булды ул. Барыһы ла ҡапыл башланды. Уң яғыбыҙҙа йәшен балҡыны. Ике секундтан гөрһөлдәү ишеттек. Йәшен беҙҙән 20 метрҙа ғына атты. Ҡурҡыныс булды.”

Ул саҡта мин хәлдең үтә етди булыуы хаҡында уйламаным. Хәлдең айышына төшөнгәс, барыһының да паникала икәнлеген күрҙем. Тәүҙә хәүеф-хәтәр хаҡында уйламайһың.”

Былтыр ҙа Rock am Ring фестивалендә йәшен һуғыуҙан 33 кеше зыян күргәйне. Фестивалде ойоштороусылар музыканттарҙың сығышын туҡтатты. Ҡунаҡтарға йә палаткаларҙа ҡалырға, йә автомобилдәренә йәшенергә тәҡдим иттеләр. Был төбәктә йәнә көслө ямғырҙар һәм йәшендәр булыр тип көтөлә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий