понедельник, 6 июня 2016 г.

Австралия: аҙна эсендә ике кеше ҙур аҡ акула ҡорбаны булған.


Уҙған аҙнала Австралияның көнбайышында акулалар һөжүменән ике кеше һәләк булған. Йәкшәмбе көн, фараз итеүҙәренсә акула тештәре йәрәхәттәре менән, бер ҡатын кәүҙәһен тулҡын Перт ҡалаһынан 30 километр төньяҡта урынлашҡан пляжға сығарып ташлаған. Ҡатын дайвинг менән шөғөлләнгән булған.

Перттың көньяғында йәнә бер һөжүм теркәлгән. Серфинг менән шөғөлләнгән ир аяҡһыҙ ҡалған һәм шәмбе көн хәстәханала үлгән. Белгестәр әйтеүенсә, зыян күреүсенең серфында ҡалған теш эҙҙәренә ҡарағанда һүҙ ҙур аҡ акула хаҡында бара.

Балыҡ тотоу хеҙмәттәре 4 метр оҙонлоҡтағы акуланы тотҡандар, иргә шул һөжүм иткән тип уйлайҙар.

Үткән йыл Австралияла акулаларҙың кешегә 18 һөжүме теркәлгән, ике осраҡ үлем менән тамамланған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий