Мосолмандарҙың
изге айы- Рамаҙан айы башланды.
Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы иң ҙур мәсеттә
- Джакартаның Истиҡләл мәсетендә меңдәрсә
халыҡ намаҙға йыйылды. Барса мосолмандар
ҙа ураҙа айында ашау-эсеүҙән тыйылып
тора. Ауырыуҙарға, йөклө һәм бала имеҙеүсе
ҡатындарға, бәлиғ булмаған бала-сағаға
был мәжбүри түгел.
4
миллиондан ашыу фәләстин да Рамаҙан
айын ҡаршы алды. Израилдең оборона
министрлығы Газа секторы халҡына
Көнбайыш ярҙа йәшәүсе туғандарын барып
күрергә рөхсәт итте. Дин тотоусыларҙың
хәлеү еңеләйтеү өсөн, сик буйы һағының
эше оҙайтылды.
Хевронда
йәшәүсе ир һөйләй:
“Тирә-яҡтағы
хәлдәргә, оккупацияла йәшәүебеҙгә
ҡарамаҫтан, мин шәһиттәр һәм яралы
фәләстиндар тураһында әйтәм, беҙ Рамаҙан
айында үҙебеҙҙе бәхетле итеп тойорға
теләйбеҙ.”
Уҙған
йомала билдәле булыуынса, Израиль
Рамаҙан айы осронда Көнсығыш Иерусалимдағы
Ғибәҙәтхана тауында урынлашҡан Әл-Аҡса
мәсетенә инеүҙе еңеләйтергә вәғәҙә
бирҙе.
Конфликттар
туҡталмаған Сүриәнең баш ҡалаһы булған
Дамаск халҡы Рамаҙан айы алдынан
баҙарҙар, магазиндар буйлап йөрөнө.
Бында күптәр граждандар һуғышы шарттарында
байрам атмосфераһын тойоу ауыр булыуы
хаҡында һөйләй:
“Дөйөмләшетереп
әйтһәк, психологик йәһәттән халыҡ
бәхетле түгел. Иҡтисади хәлдәр кешеләргә
тәм-том йәки башҡа нәмәләр алырға
мөмкинлек бирмәй.”
Рәсәй
мосолмандары ла изге Рамаҙан айына
керҙе. Ҡайһы бер республикаларҙа ул
йәкшәмбе кис, ҡояш байығас башланһа,
ҡайһы бер субъекттарҙа, объектив сәбәптәр
арҡаһында, 7 июндә башлана.
Ошо
изге айҙа Ябраил фәрештә аша пәйғәмбәрембеҙ
Мөхәммәткә (с.ғ.с.) илаһи китап - Ҡөрьән
индерелә башлаған. Был хәл 610 йылдарҙа
Сәғүд Ғәрәбстанында, Мәккә янында
булған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий