вторник, 7 июня 2016 г.

Ҡасаҡтар Рамаҙанды өйҙәренән алыҫта ҡаршы ала һәм ғаиләләрен һағына.


Яҡын Көнсығыштағы конфликттар мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айынының йәмен ебәрә. Меңдәрсә кеше уны йорттарынан, ҡайһылары ғаиләләренән ситтә ҡаршылай.

Афина янындағы Схито ҡасаҡтар лагерында мөмкинлектәре булғандар ауыҙ асыр өсөн ризыҡ хәстәрләй. Ҡалғандарына аҙыҡ-түлекте хәйриә ойошмалары тарата.

Бында барыһы ла ғаиләһен, үҙ ватанын һағына,-ти йәш афған егете.-Үҙ йорттарынан, туғандарынан, күршеләренән ситтә йәшәүселәргә хәҙер бик ҡыйын.”

Греция һәм Македония сигендә урынлашҡан Эвзони лагерындағылар ҙа шундай уҡ фекерҙә. 24 йәшлек Абдулла Сүриәнең Алеппо ҡалаһынан.

Рамаҙан айының тәүге көнө минең өсөн бигерәк тә ауыр. Мин иртәнге 4-тән алып бер нәмә лә ашаманым, киске 9-ға ҡәҙәр ураҙа тотасаҡмын. Был ауыр. Әммә иң ауыры - миңә ғаиләмдән ситтә йәшәйем, мин уларҙы Сүриәлә йәки башҡа берәй илдә бик күргем килә. Туғандарымды бик һағынам, айырыуса әсәйемде.”

Ҡулдан яһалған пластик мачталар мосолмандар намаҙ ваҡытында йөҙҙәрен йүнәлдергән Мәккәне күрһәтеп тора. Һуңғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Грецияның ҡасаҡтар лагерҙарында 52 мең кеше (башлыса мосолмандар) бикләнеп ҡалған. Балкан маршруты юҡ ителгәс, Евроберләшмәнең башҡа илдәренә уларға юл ябыҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий