среда, 8 июня 2016 г.

ЕС ҡасаҡтар проблемаһы тыуҙырмаған илдәргә түләргә әҙер.


Миграцияны ауыҙлыҡлар өсөн, Еврокомиссия яңы план тәҡдим итә. Ул халҡы байыраҡ Евроберләшмәгә уҡталған өсөнсө илдәр менән хеҙмәттәшлеккә һәм сауҙа бәләнешенә нигеҙләнгән. Киләһе 5 йылда үҙ халҡын үҙендә ҡалдыра алған илдәргә 8 млрд евро бүлеү күҙ уңында тотола.

Демографик, иҡтисади сәбәптәр, тигеҙһеҙлек, климаттың үҙгәреүе арҡаһында, төп күскенселәр тап Африканан буласаҡ,-тип аңлата Европарламентта сит ил эштәре буйынса ЕС-тың баш вәкиле Федерика Могерини.- Бөгөнгө көндө һәм киләсәкте күҙ уңында тотоп, был тигеҙһеҙлектәргә ҡаршы стратегик алымды ҡулланмаһаҡ, артабан да шулай буласаҡ.”

Ҡасаҡтар көрсөгөн яйға һалыуҙа Төркиә менән генә эш итеүҙән төңөлөп, Евроберләшмә Ливан, Иордания, Сенегал һәм Нигерия кеүек илдәр менән эш алып барырға ниәтләй. Был мәсьәләне хәл итеүгә ул 62 миллиард сарыф итергә әҙер.

ЕС-тың дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары июнь аҙағында ошо план хаҡында фекер алышасаҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий