Израиль
премьер-министры Биньямин Нетаньяху
рәсми визит менән Мәскәүгә килде - ул
йыл эсендә инде өсөнсөһө. Әлеге визит
ике ил араһында дипломатик мөнәсәбәттәрҙе
тергеҙеүҙең 25 йыллығы менән бәйле.
Израиль кабинеты башлығын Рәсәй
президенты Владимир Путин юғары кимәлдә
ҡабул итте.
Рәсәй
президенты Владимир Путин:
“Беҙ
Рәсәйҙә Израиль менән бәйләнештәргә ҙур
әһәмиәт бирәбеҙ. Яҡын Көнсығышта Израиль
төп ролдәрҙе уйнағаны өсөн генә түгел,
беҙҙең дәүләттәрҙе тарихи ептәр бәйләп
торғаны өсөн дә.”
“Беҙҙең
хәл итәһе мәсьәләләребеҙ бар. Ул
мәсьәләләр технологиялар өлкәһенә лә,
ауыл хужалығы сфераһына ла, шулай уҡ
сауҙа һәм регион проблемаһына ла ҡағыла.
Беҙҙең бик күп уртаҡ проблемаларыбыҙ
бар,”-тип белдерҙе Нетаньяху.
Израиль
премьеры Кремль стенаһындағы Билдәһеҙ
һалдат ҡәберенә сәскәләр һәм венок
һалды, бер минут тын тороп, Икенсе донъя
һуғышы ваҡытында һәләк булғандарҙы
хөрмәтләп иҫкә алды.
Визит
барышында сәйәсмәндәр ике яҡлы
мөнәсәбәттәр тураһында ғына түгел,
Фәләстин-Израиль конфликты. Сүриәләге
хәрби хәрәкәттәр, терроризм менән көрәш
кеүек көн үҙәгендәге халыҡ-ара
проблематиканы ла урап уҙманы.
Ике
илдең мәғлүмәт саралары һуңғы ваҡыттағы
Израиль һәм АҠШ араһындағы фекер
айырымлыҡтары фонында Мәскәүҙә
Нетаньяхуҙы йылы ҡаршы алыуҙарын
билдәләп үтте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий