четверг, 9 июня 2016 г.

Ҡартайып барған Европаға мигранттар кәрәк.


Еврозонаға мигранттар кәрәк. Был турала Европа Үҙәк банкы башлығы Марио Драги һәр йыл үткәрелеп торған Брюссель иҡтисад форумы ултырышында белдерҙе. Осрашыуҙың төп темаһы - ЕС-тың тотороҡло иҡтисади үҫеше. Европа Үҙәк банкы президенты саң ҡаға: етешетереү темпының һүлпәнлеге арҡаһында, Европа иҡтисади зыян күреүе ихтимал. Сәбәбе - халыҡтың ҡартайыуы һәм хеҙмәткә һәләтле европалылар һаны кәмеүе.

Драги:
Иҫкәртеүсе структрура реформалары үткәреп тә беҙ хеҙмәткә яраҡлы халыҡтың кәмеүен компенсациялай алмаясаҡбыҙ. Тәбиғи был юғалтыуҙы миграция кимәленең юғары булыуы ғына ҡаплатыуы икеле. Ә билдәле дәүләт сәйәсәте мигранттарҙы ҡабул итеү һәм интегрирләштереү юлы менән өлөшләтә ыңғай һөҙөмтәләргә ирешә аласаҡ.”

Әле Европаға мигранттар ағыла. 2016 йыл башынан алып Урта диңгеҙ аша 205 мең мигрант һәм ҡасаҡ килгән. Ҡабул итеүсе дәүләттәр власы алдында торған төп ҡыйынлыҡ - мигранттарҙың йәмғиәттә үҙләшеүен ойоштороу.


Комментариев нет:

Отправить комментарий