воскресенье, 26 июня 2016 г.

Мәскәү һәм Пекин хеҙмәттәшлек хаҡындағы 30-ҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйҙы.


Рәсәй президенты Владимир Путин рәсми визит менән Ҡытайға килде. Шәмбе көн ул ҠХР башлығы Си Цзиньпин менән осрашты. Һөйләшеү барышында ике ил араһындағы иҡтисади хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Айырым алғанда, һүҙ Ҡытай һәм Евразия иҡтисад берләшмәһе араһында ирекле сауҙа зонаһы булдырыу, Рәсәйҙән Ҡытайға газ һәм иген оҙатыу, шулай уҡ юғары тиҙлектәге “Мәскәү-Ҡазан” магистрален төҙөү хаҡында барҙы.

Халыҡ-ара терроризм менән көрәштә көстө бергә туплау, Сүриәләге һәм КХДР-ҙағы хәлдәр тураһында ла әңгәмә булды. Осрашыу һөҙөмтәләре буйынса энергетика, авиация, транспорт һәм туризмға ҡағылышлы 30-ҙан ашыу килешеүгә ҡул ҡуйылды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий