“Брексит”
Европаның үтә уң лидерҙарын үҙ илдәрендә
ЕС составынан сығыу буйынса шундай уҡ
референдумдар үткәреүгә дәртләндерҙе.
“Милли фронт” лидеры Марин Ле Пен
Британияның Европа Союзынан сығыу
ниәтен яҡлап сыҡты, уның фирҡәһе штабында
шундай яҙыу эленгән дә инде:”Брексит,
хәҙер Франция!”
“Патриоттар
һәм азатлыҡты һөйөүселәр өсөн бөгөн
шатлыҡлы көн. Был Европаның һәләк булыуы
түгел, Европа Союзының ҡаҡшауы. Был
милләттәрҙең терелеүе, хәҙер улар яңы
Европа проектын төҙөргә, яңы хеҙмәттәшлек
төрөн булдырырға тейеш,”-тип белдерҙе
Марин Ле Пен.
Нидерландтар
хөкүмәте Европа Союзын яҡлай һәм
киләсәктә матур йәшәү өсөн көстө бергә
тупларға кәрәк тип иҫәпләй. Тик үтә уң
“Азатлыҡ фирҡәһе”нең үҙ планы бар һәм
уны ул йәһәтерәк торошҡа ашырырға теләй.
“Был
фантастик көн тарихҡа инәсәк!
Британлылар Брюсселдәге һәм
Лондондағы сәйәси элитаны еңде. Бөйөк
Британия хәҙер суверенлы дәүләт. Мин
уларҙан көнләшәм һәм киләһе йыл беҙ ҙә
Нидерландтарҙа шул уҡ эште атҡара
алырбыҙ тип өмөтләнәм,”-ти Герт Вилдерс.
Ә
Италияның үтә уң “Төньяҡ лигаһы” Маттео
Сальвини фекеренсә, “брексит” Европа
Союзының бөтә илдәрендә “домино эффекты”
тыуҙырасаҡ:
“Артабан
Нидерландтар, Швеция буласаҡ, киләһе
йыл Францияла ул көтөлә, беҙ итальяндарға
батып барған карапта һуңғылар булып
ҡалмаҫҡа тәҡдим итәбеҙ.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий