суббота, 25 июня 2016 г.

Путин “брексит” хаҡында: “Был Британияла йәшәүселәр һайлаған юл.”


Рәсәй иҡтисадына кире эҙемтәләре теймәһен өсөн, Рәсәй Британияла булған хәлдәрҙе ентекле күҙәтеп барасаҡ. Был турала Рәсәй президенты Владимир Путин Ташкентта ШОС саммитында сығыш яһағанда белдерҙе:

Был Британияла йәшәүселәр һайлаған юл, беҙ ҡыҫылмайбыҙ һәм ҡыҫылырға ла йыйынмайбыҙ. Хәҙер инде британлыларҙың Евроберләшмәнән сығыуы менән бәйле ниндәйҙер формаль процедуралар үткәреләсәк булһа кәрәк. Беҙ һәммәһен дә күҙәтеп, анализлап барасаҡбыҙ,” -тине Владимир Путин.

Брексит” мәсьәләһе хаҡында Дәүләт Думаһында ла һөйләшеү булды. ЛДПР лидеры Владимир Жириновский фекеренсә, референдум һөҙөмтәләре Европа Союзын юҡҡа сығарасаҡ:

Британиянан һуң башҡалар сығасаҡ. НАТО, Шенген, евро емереләсәк һәм йәшәһен һум һәм йәшәһен Рәсәйҙең Европаның бөтә демократик илдәре менән мөнәсәбәттәре үҫеше.”

Халыҡ-ара эштәр буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Алексей Пушков шуны белдерҙе: Дэвид Кэмерон үҙен-үҙе мөйөшкә һырлыҡтырҙы һәм хәҙер китергә мәжбүр.

Ул шәхсән үҙе берләшмәнән сығыу өсөн агитация алып барҙы, Рәсәй тышҡы сәйәсәтенең еңеүе буласаҡ был тип, Рәсәй, Путин менән ҡурҡытты. Былар ярҙам итмәне, әммә ул ныҡ өндәне.”

Пушков белдереүенсә, Евроберләшмәнән сығыу тураһындағы британлылар референдумының Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтенә туранан-тура мөнәсәбәте юҡ.


Комментариев нет:

Отправить комментарий