пятница, 24 июня 2016 г.

”Brexit”: Фараж Европаны британлылар өлгөһөнә эйәрергә саҡырҙы.


Ҡушма Короллектең Бойондороҡһоҙлоҡ фирҡәһе лидеры Найджел Фараж Европаның башҡа илдәрен дә британлылар өлгөһөнә эйәрергә саҡырҙы. Бөйөк Британия мәғәнәһеҙ конструкцияны емерә башланы, тип иҫәпләй сәйәсмән, ә ҡалғандар уны тамамлап ҡуя ала.

Ҡушма Короллектең фирҡә башлығы Найджел Фараж:

Бойондороҡһоҙ Британия өҫтөнә ҡояш күтәрелде. Ҡарағыҙ инде, хатта һауа торошо ла яҡшырҙы... Ябай кешеләрҙең, лайыҡлы кешеләрҙең еңеүе был. Ул еңеү - банк хужалары, алыпһатарҙар, эре бизнес, юғары пост биләгән сәйәмәндәр өҫтөнән еңеү. Мин баҫым һәм ҡурҡытыуҙарға ҡаршы торорға ҡыйыулыҡтары еткәндәр менән ғорурланам. Хәҙер беҙгә “Брексит хөкүмәте” кәрәк. Ул хөкүмәт эш менән мәшғүл буласаҡ. Хөкүмәт беҙҙең сауҙа бәйләнештәре хаҡында һөйләшеүҙәр башлаясаҡ. Йәнә бер нәмә хаҡында әйткем килә: 23 июнде беҙ милли байрам тип иғлан итергә тейеш. Беҙ уны “Бойондороҡһоҙлоҡ көнө” тип атаясаҡбыҙ!”

Фараж “Брексит” яҡлыларҙың еңеүенә шикләнмәгән сәйәсмәндәрҙең береһе булды, ул ватандаштарына “суверенлы милләттәр союзынан торған яңы Европа” төҙөргә вәғәҙә бирә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий