четверг, 23 июня 2016 г.

Путин: “НАТО беҙҙең ил сигендә агрессив эш алып бара.”


22 июнгә, Хәтер һәм хәсрәт көнөнә тура килгән Дәүләт Думаһының һуңғы алтынысы саҡырылыш сессияһында сығыш яһап, Рәсәй президенты Владимир Путин Икенсе донъя һуғышына алып килгән ваҡиғаларҙан тарихи һабаҡ алырға кәрәклеген белдерҙе. Әммә НАТО, уның һүҙҙәре буйынса, донъя терроризмын да кире ҡағыр өсөн кәрәк булған Рәсәйҙең блокһыҙ коллектив именлек системаһын төҙөү тәҡдимен кире ҡаға.

Владимир Путин:

НАТО, киреһенсә, үҙенең агрессив риторикаһын һәм хатта беҙҙең ил сигендә агрессив эшмәкәрлеген көсәйтә бара. Был шарттарҙа беҙ илебеҙҙең оборона ҡеүәтен көсәйтеү кеүек мәсьәләләргә айырыуса иғтибар бирергә тейеш.”

Көн элгәре НАТО-ның генераль секретары Йенс Столтенберг Рәсәйҙе “Үҙ-ара мөнәсәбәттәр, хеҙмәттәшлек һәм именлек тураһындағы төп Рәсәй-НАТО акты”н боҙоуҙа ғәйепләне, тик Рәсәй-НАТО Советын һаҡлау кәрәклеген билдәләп үтте.

Йенс Столтенберг:

Рәсәй менән диалог өсөн, бигерәк тә юғары көсөргәнешлелек мәлендә, беҙгә Рәсәй-НАТО Советын һаҡлау кәрәк. Аңлашылмаусыллыҡтарҙы, яңылышлыҡтарҙы булдырмау өсөн барыһын да эшләргә, һөйләшергә, осрашырға, көсөргәнешлекте кәметергә тырышырға кәрәк.”

7-17 июндә Польша территорияһында НАТО-ның масштаблы “Анаконда” хәрби уйындары үтте, унда 24 илдән 31 мең хәрби хеҙмәткәр ҡатнашты. Уйында ҡатнашыусылар Рәсәйҙең Польшаға фараз ителгән һөжүмен кире ҡаҡты.

Тик НАТО-ның бөтә илдәре лә быны яҡшы идея тип ҡабул итмәне. Германияның сит ил эштәре министры Франк-Вальтер Штайнмайер уны кәрәкһеҙгә “һуғыш менән ҡурҡытыу” тип атаны.

Авторы: Юрий Смирнов | TASS, DW материалдары буйынса


Комментариев нет:

Отправить комментарий