среда, 22 июня 2016 г.

Мексика: ҡорбандарға ҡарамаҫтан, уҡытыусылар ҡаршылыҡ акцияларын дауам итә.


Мексиканың Оахака ҡалаһы уҡытыусылары белем биреү системаһы реформаһына ҡаршы акцияларҙы ҡайтанан башланы һәм властарҙың репрессияһына ҡаршылыҡ йөҙөнән урамдар буйлап символик табут күтәреп үтте.

Көн элгәре полиция менән бәрелештә 5 манифестант һәләк булған, йәнә 50-һе тән йәрәхәттәре алған. Уҙған аҙнала полиция бола күтәргән мәғариф хеҙмәтсәндәре профсоюзы башлыҡтарының береһен ҡулға алған һәм уны коррупцияла ғәйепләгән.

Властар раҫлауынса, реформа Мексикала белем биреү сифатын күтәреү өсөн кәрәк. Ул уҡытыусыларға периодик рәүештә тест үткәреп тороуҙы күҙ уңында тота.


Комментариев нет:

Отправить комментарий