вторник, 21 июня 2016 г.

Кипр урман янғындарын еңә алмай.


Кипр янғын һүндереүселәре Пафос ҡалаһы яны районындағы урман янғынын үҙ аллы еңә алмай. Уларға ярҙамға Израиль, Греция һәм Бөйөк Британия самолеттары ебәрелгән. Бөгөн Франция һәм Италиянан да янғын авиацияһы килеүе көтөлә.

Янғын шәмбе көн таулы Троодос районында башланған. Тәүҙә янғынға кәртә ҡуйғандар, әммә көслө ел һәм ҡаты еҫелек янғынды артабан таратҡан.

Ут менән көрәшеп, ике Кипр янғын һүндереүсеһе һәләк булған.
Урындағы халыҡ раҫлауынса, был һуңғы йылдарҙа күрелгән иң ҙур янғын.


Кипр полицияһы бер ир һәм ҡатынды ҡулға алған - ут сығыуға уларҙың ҡатнашлығы булыуы ихтимал. Был әҙәмдәр үҙҙәренең ерен ҡыуаҡтарҙан таҙартырға булған һәм ут төрткән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий