суббота, 18 июня 2016 г.

Еврокомиссия Төркиәлә “Сиктәрһеҙ врачтар” менән хеҙмәттәшлек итмәйәсәк.


Хөкүмәттеке булмаған халыҡ-ара “Сиктәрһеҙ врачтар” ойошмаһы Брюсселдең ҡасаҡтарға ҡарта сәйәсәтенә ҡаршылыҡ йөҙөнән Европа Союзынан һәм уның дәүләттәренән финанс ярҙамы алыуҙан баш тартты.

Ҡарар ойошма эшләгән донъяның бөтә илдәрендә лә кисекмәҫтән үҙ көсөнә инде. Кешеләрҙе Европа сиктәренән ҡыуып ебәреп, уларҙың ыҙа-ҡайғыларынан азат булырға тырышыуға нигеҙләнгән Евросоюздың бәҫен төшөрөүсе сәйәсәтен “Сиктәрһеҙ врачтар”ғәйепләй.

ЕС һәм Төркиә араһындағы килешеүҙең гуманитар ярҙам күрһәтеү принциптары һәм ҡиммәттәре менән бер уртаҡлығы ла юҡ,-” тип белдерҙе матбуғат конференцияһында “Сиктәрһеҙ врачтар”ҙың генераль секретары Жером Оберрайт.

Еврокомисссия, яуап итеп, ойошманың ҡарары ЕС проекттарына, Евроберләшмәнең ҡотҡарыу операцияларына, Төркиәләге ҡасаҡтарға ярҙам күрһәтеүгә йоғонто яһай алмаясаҡ, тип белдерҙе.

Сиктәрһеҙ врачтар”- Төркиәлә гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса ЕС-тың төп партнеры түгел. Был ойошма Төркиәләге эшмәкәрлеге өсөн ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәне, шуға күрә уның ҡарары беҙҙең эшебеҙгә йоғонто яһай алмаясаҡ”,-тине Еврокомиссияның матбуғат секретары Маргаритис Шинас.

Сиктәрһеҙ врачтар” үткән шаршамбыла Урта диңгеҙҙә 140 мигрантты ҡотҡарыуы, араларында 38 ҡатын-ҡыҙ һәм 18 бала булыуы хаҡында хәбәр итте.


Әлеге мәлдә Грецияла 50 мең мигрант палаткаларҙа һәм кеше йәшәүгә тәғәйенләнмәгән биналарҙа көн күрергә мәжбүр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий