четверг, 16 июня 2016 г.

Греция: Афинала демонстрацияла ҡатнашыусылар Ципрастың һәм уның хөкүмәтенең отставкаға китеүен талап итә.


Ципрас, олаҡ бынан!”- ошондай лозунг аҫтында бер нисә мең кеше шаршамбы кис Афиналағы Греция парламенты бинаһы алдына йыйылды. Улар хаҡтарҙың үҫеүенә, һалымдарҙың артыуына, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүгә алып килгән Алексис Ципрас хөкүмәте сәйәсәтенә ҡаршы сыҡты.

Министрҙар кабинеты ҡаршылыҡ акцияларын ойоштороуҙа оппозицияны ғәйепләп сыҡты, ләкин демонстрацияла ҡатнашыусылар бына нимә ти:

-Халыҡ әҙерлекһеҙ йыйылып килде. Ул үҙен һул тип йөрөткән, ә асылда уңдан да уңдараҡ булған хөкүмәттән өмөтөн өҙгән.

-Халыҡ хөкүмәттең туҡтауһыҙ ялғанынан һәм сәйәси мутлыҡтарынан туйған. Улар бер нәмәһеҙ килде, әммә алдайҙар ҙа алдайҙар.

-Мин Ципрас өсөн ике тапҡыр тауыш бирҙем, ул иһә бер генә вәғәҙәһен дә үтәмәне. Ул пенсиямды ике тапҡырға кәметте. Мин нимә эшләй алам?

Евроньюс” хәбәрсеһе Стаматис Янисис Афинанан бына нимә тип һөйләй: “СИРИЗА, рәттән ике һайлауҙа еңеп, 9 ай үткәндән һуң, халыҡ фекерен асыҡлау шуны күрһәтте: идара итеүсе һул радикаль фирҡәнең популярлығы кәмегәндән-кәмей бара. Ә алда торған яңы ҡаты экономия саралары менән был ҡаршылыҡ акцияһы Алексис Ципрас һәм уның коалицион хөкүмәте өсөн артабан айсбергтың өҫкө өлөшө һымаҡ ҡына күренеүе ихтимал.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий