среда, 15 июня 2016 г.

Британияның ЕС-тың башҡа ил граждандарына балалар пособиеһын түләмәҫкә хоҡуғы бар.


Британия властарының, әгәр илдә эшләүсе башҡа ил граждандарының балалары Британиянан ситтә йәшәһә, балалар пособиеһын түләмәҫкә хоҡуғы бар. Шишәмбе көн Европа суды шундай ҡарар сығарҙы һәм Британия властарының был ғәмәлен бюджет аҡсаларын экономиялау кәрәклеге менән аҡланы.

Британия граждандарына ҡарата иһә ундай сикләүҙәр юҡ, һәм бынан алда Европа комиссияһы уны ЕС илдәренең башҡа граждандарына ҡарата был дискриминация була тип белдергәйне.

Илдең премьер-министры Дэвид Кэмерон сит ил кешеләренә пособиелар түләү мәсьәләһен Британияның ЕС-та ағза булыу тороу шарттары хаҡындағы һөйләшеү башланғас күтәргәйне. Британияның ЕС-тан сығыу мөмкинлеге тураһында бәхәстәр барғанда, ул төп һорауға әүерелде. Европа суды ҡарары референдумға бер нисә көн ҡалғас ҡабул ителде һәм уның һөҙөмтәләренә йоғонто яһауы ла ихтимал.


Комментариев нет:

Отправить комментарий