Пацифист
ойошмаларының тиҫтәләрсә активисы
Париждағы халыҡ-ара “Евросатори-2016”
ҡоралдар күргәҙмәһен асыуҙы боҙҙо. Уны
үткәреүгә ҡаршылыҡ йөҙөнән улар бер
нисә экспонатҡа, шул иҫәптән “Леклерк”
танкына буяу һипте. Һаҡсылар тыныслыҡ
көрәшселәрен павильондан сығарып
ебәргәс, улар, ҡорал етештереүҙе
туҡтатырға саҡырып, урамда пикет
ойошторҙо.
“Мин
конфликтлы райондарҙа эшләйем һәм
ҡоралдарҙың һәм ялған именлектең
проблемаларын яҡшы беләм,-ти акцияла
ҡатнашыусы.-Именлек мөһим, мин быны
аңлайым, кешеләр үҙҙәрен хәүефһеҙ
тойорға тейеш. Тик уны тәьмин итеүҙең
башҡа юлдары ла бар. Мин ҡоралдан һәм
бында һатылған нәмәләрҙән зыян күргән
ҡасаҡтар менән күп эшләйем.”
Эксперттарҙың
баһалауы буйынса, үткән йыл ҡоралдарҙың
донъя баҙары күләме рекорд ҡуйҙы - 65
миллиард долларға барып етте. Быйыл да
үҫеш, белгестәр иҫәбе буйынса, күбеһенсә
үҙенең оборона секторы продукцияһы
кимәленә заказдарҙы һиҙелерлек арттырған
һәм ҡоралдарҙы экспортлау дәүмәле
буйынса оҙаҡламай Рәсәйҙе лә уҙып
китәсәк, АҠШ-тан ҡала икенсе урынға
сығасаҡ Франция иҫәбенә дауам итәсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий