понедельник, 13 июня 2016 г.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы (МОТ): планетала 168 миллион бала эшләй.


Һуңғы 10 йыл эсендә балаларҙы эксплуатациялау өстән бергә кәмене тиелә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһының был күренешкә ҡаршы Бөтә донъя көрәш көнө айҡанлы яһалған докладында. Шуға ҡарамаҫтан, ойошма мәғлүмәттәре буйынса, планетала 168 миллион бала эшләй, шул иҫәптән улар һаулыҡтарына зыян килтерерҙәй прииска, шахта кеүек урындарҙа хеҙмәт итә.

Традицион Angelus йәкшәмбе намаҙында Рим папаһы Франциск балаларҙы эксплуатациялауға сик ҡуйырға саҡырҙы.

Беҙҙең заман ҡоллоғоноң бер формаһы булған был нәмәне тамырынан йолҡоп алыр өсөн, беҙ тырышлыҡты икеләтә арттырырға тейешбеҙ,-тип белдерҙе понтифик Ватикандағы изге Петр майҙанына йыйылған меңдәрсә кеше алдында сығыш яһап.-Миллиондарса бала төп хоҡуҡтарынан мәхрүм һәм етди хәүефкә дусар. Донъяла күпме бәләкәй ҡолдар бар!”

Үҙ сиратында Халыҡ-ара амнистия хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы Брюсселдә оригиналь ҡаршылыҡ акцияһы үткәрҙе. Ҡалалағы иң ҙур App Store магазины алдында балаларҙы ерҙән кәрәҙле телефондар сығарған итеп һүрәтләп ҡуйҙылар. Шул рәүешле хоҡуҡ һаҡлаусылар ҙур корпорацияларҙы үҙҙәренең тауарҙары өсөн ҡиммәтле металдарҙы, шул иҫәптән кобальтты, кем һәм ниндәй шарттарҙа етештереүенә күҙ йомоп ҡарамаҫҡа саҡырҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий