суббота, 11 июня 2016 г.

Әрмәндәр геноциды Германия һәм Төркиәне талаштырып ҡуйҙы.


Бундестаг 2 июндә күпселек тауыш менән әрмәндәр геноцидын таныусы резолюция ҡабул иткәндән һуң, Германия һәм Төркиә араһындағы көсөргәнешлек көндән-көн арта бара.

Кесе йома Бундестаг рәйесе Норберт Ламмерт Төркиә президенты Тайип Эрдогандың резолюция өсөн тауыш биргән төрөк сығышлы немец парламентарийҙарының тамырҙарында ысынлап та төрөк ҡаны ағыуына шик белдереүенә яуап бирҙе.

Мин шуны аңлай алмайым: XXI быуатта демократик юл менән һайланған президент үҙенә төшкән тәнҡитте демократик юл менән һайланған Германия парламенты ағзаларының төрки сығышы менән бәйләй, уларҙың ҡанын “боҙолған” тип атай - бындай хәлдең мөмкинлегенә ышанып бөтә алмайым,”-тип белдерҙе Норберт Ламмерт.

Эрдоган адресына тәнҡиткә Германия канцлеры Ангела Меркель дә хуплап ҡул сапты, бынан алда ул төрөк яғынан килгән дәғүәләр “һис аңлашылмай” тигән фекер әйткәйне.

Әйтергә кәрәк, парламентарийҙарҙың позицияһын Германияның үҙендә лә - консерватив ҡараштағы 3.5 миллионлыҡ төрөк диаспораһы ла ҡаты тәнҡитләй.

Төркиәлә Бундестагтың ҡарарына ҡаршы акциялар Анкарала һәм Стамбулда Германияның дипломатик вәкиллеге янында уҙҙы.





Комментариев нет:

Отправить комментарий