суббота, 11 июня 2016 г.

Курд “ҡарсығалары” сит ил кешеләрен Төркиәгә барыуҙан баш тартырға саҡыра.


Стамбулдағы 7 июнь теракты өсөн яуаплылыҡты төрөк властары тарафынан тыйылған Курдстан эшселәр фирҡәһенең һуғышсан ҡанаты иҫәпләнгән “Курдстан азатлығы ҡарсығалары” төркөмө үҙ өҫтөнә алды.

Төркөм белдереүенсә, 11 кешенең (етәүһе полицейский) ғүмерен өҙгән шартлау - төрөк властарының курдтарға ҡаршы алып барылған хәрби хәрәкәттәре өсөн үс алыу.

 “Курдстан азатлығы ҡарсығалары” сит ил туристарын Төркиә хөкүмәтенә ҡаршы төркөм алып барған һуғышта зыян күреүҙәре ихтимал тип киҫәтә.

Курд радикалдары Стамбул, Анкара, Мидьят, Диярбаҡырҙа ойошторған теракттар тулҡынынан һуң, туристар ағымы кәмей башланы.

Теракттар тәү сиратта төрөк көс стркутураларына ҡаршы йүнәлтелгән. Мартта, Диярбаҡырҙа мина һалынған автомобиль шартлап, эргәнән үтеп барған микроавтобустағы спецназ хеҙмәткәрҙәре зыян күргәйне. Әммә шартлауҙарҙан Төркиәнең ябай граждандары һәм сит ил туристары ла үлә. Ғинуарҙа үлемгә дусар террорист ойошторған шартлауҙан Германияның 12 турисы һәләк булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий