пятница, 10 июня 2016 г.

Ҡапҡанда: Сүриә ҡасаҡтары Европанан төңөлгән.


Европа ҡабул итер, ҡарар, ашатыр-эсерер һымаҡ ине. Хыялдары Грецияның төньяғында емерелде. Йәнә ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, сүриәлеләр кире юлға сыға. Улар араһында 27 йәшлек бербер Атья әл-Джассем, уның ҡатыны Йәсмин һәм бер йәшлек ҡыҙҙары Лулу ла бар. Ғаилә Греция-Македония сигендә бер нисә ай үткәргән һәм Европанан төңөлгән.

Атья:
Европала беҙҙең менән шундай мөғәмәлә итерҙәр тип көтмәгәйнек. Беҙгә кешесә ҡарарҙар, беҙгә лә, балаларыбыҙға ла хәстәрлек күрһәтерҙәр, балаларыбыҙҙы яҡларҙар тип уйланыҡ. Ярҙамға өмөт иткәйнек, тик барыһы ла киреһенсә килеп сыҡты. Европаға беҙ кәрәкмәй.”

Европала, Германияла төпләнеү уйы юҡҡа сыҡҡан. Солоники вокзалы паркында һуңғы төн... Һәм Әл-Джассем ғаиләһе Грецияның был ҡалаһынан Төркиә сигенә юл тотасаҡ. Атья һәм уның ғаиләһе һуғыш эсендәге Сүриәгә рәсми рәүештә ҡайта алмай, бюрократик тотҡарлыҡтар арҡаһында, Төркиәгә легаль юл оҙайлы буласаҡ.

Абдулла Хамвиҙың ғаиләһе лә балалары өсөн яҡшыраҡ тормош, һәйбәт белем хаҡында хыялланғайны. Алеппонан Германияға Хамви ҡатыны Дания Рашид һәм улы менән 2014 йылда килгән. Әммә ҡыуаныстары ҡыҫҡа булған: ҡасаҡ статусы ла, эш тә юҡ...Кеҫә аҡсаһы артынан һыу буйы сират торорға кәрәк.

Кәмһетелеү,”-тип һөйләй үҙенең хистәре хаҡында Дания.-” “Тормошобоҙ тотороҡло түгел. Психологик баҫым аҫтында йәшәйбеҙ. Бөтә нәмә тыйылған. Барыһы ла беҙҙеңсә түгел. Беҙгә мөнәсәбәт тә Сүриәләге һымаҡ түгел.”

Хамви әйтеүенсә, икенсе балалары тыуғас та, Төркиәгә китмәкселәр. Йәнә легаль булмаған юл менән. Германия хөкүмәте һәм Миграция буйынса халыҡ-ара ойошма сүриәлеләрҙе һуғыш зонаһына ҡайтарыуҙан баш тарта. Төркиә ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү процедураһын ҡатыландырған. Ливан Төркиәне законһыҙ рәүештә ташлап киткән сүрәлеләрҙән баш тарта. Бомбаларҙан ҡасып, сүриәлеләр йәнә ҡапҡанға эләккән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий