Шишәмбе
көн Ницца мәсетендә 14 июль терактында
һәләк булған 3 мосолман менән хушлашыу
булды. Улар үҙ ватандарында ерләнәсәк.
Региондың ислам советы мәғлүмәттәре
буйынса, ҡанлы һөжүмдең 84 ҡорбаны
араһында 30 мосолман да бар.
Тамар
Межри ҡатынын һәм 4 йәшлек улын юғалтҡан:
“Мин
тәүҙә ҡатынымды ғына таптым. Ул өнһөҙ
генә ерҙә ята ине. Ул йоҡлай ине. Мин
иртәнге 10-ға ҡәҙәр эргәһендә ултырҙым.
Бөтә хәстәханаларҙан улымды эҙләнем,
кешеләрҙән һораштым, хатта Парижға,
Марселгә шылтыраттым. Улым бер ҡайҙа
ла юҡ ине. Аҙаҡ бер ҡатын уны ҡотҡарыусылар
алып китеүе хаҡында әйтте. “Иҫән-һаумы
ул?-тип һораным. Хәҙер
беләм инде: ул Аллаһыбыҙ янында.”
“4
йәшлек малай һәләк булды. Ул тәүге тапҡыр
мәсеткә килгәйне, ә хәҙер ул табутта,-ти
имам күҙҙәре йәшләнеп.-Зинһар өсөн,
етәр. Туҡтағыҙ. Туҡтатайыҡ был нәмәне.
Барыһы ла ыҙа сигә бит. Дошманлыҡ
тыуҙырыусы, күрә алмаусанлыҡ тыуҙырыусы
һүҙҙәрҙе туҡтатайыҡ.”
Франция
властары илдәге ғәҙәттән тыш хәлде йәнә
ярты йылға оҙайтырға йыйына.
Йәкшәмбе
көн баш ҡала регионында таксисты ҡулға
алғандар, уны теракт әҙерләгән тип
уйлайҙар. Ул әҙәмде юл
ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн туҡтатҡандар,
тентеү ваҡытында телефонында ИДИЛ
эшмәкәрлеге менән бәйле һүрәттәр һәм
материалдар, ә фатирында 4 динамит
шашкаһы, шартлатҡыстар һәм урланған
шәхес танытмалары табылған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий