Төркиәлә
уңышһыҙ хәрби түңкәрелеш эҙемтәләре
белем биреү системаһына ла барып етте.
21 000 шәхси уҡытыусының лицензияһы тартып
алынған, бынан алда дәүләт мәктәптәренең
15 000 уҡытыусыһы эштән сығарылығайны.
Университеттарҙың 1,5 мең деканына
отставкаға китергә ҡушылған.
Был
кешеләрҙең барыһын да властар дингә
өндәүсе Фәтхуллаһ Гюлен менән бәйле
тип уйлайҙар - Анкара уны баш күтәреүселәрҙең
рухландырыусыһы тип уйлай.
Телетапшырыуҙар
комитеты иһә бер нисә радиостанцияның
лицензияһын ғәмәлдән сығарҙы һәм
интернет-баҫмаларҙы япты,
уларҙы ла Гюлен менән бәйле тип иҫәпләйҙәр.
Баш
күтәреүселәр менән бәйләнештә булған
тип шик аҫтына алынған 9 000 самаһы кеше
ҡулға алынған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий