четверг, 21 июля 2016 г.

Италия полицияһы 7 млн ялған евро конфискациялаған.


Италия полицияһы Неаполь яны ҡасабаһындағы шәхси фатирҙа ялған евролар етештерелгән йәшерен типография тапҡан. Полиция ҡамап алғанда, типографияла 500 мең евро суммаһына банкноттарҙың яңы партияһы баҫылып ятҡан. Тентеү мәлендә һаҡлағыста 6,5 млн евро күләмендә яңы ғына баҫылған купюролар табылған.


Ялған аҡса һуғыусылар юғары сифатлы 20 евролыҡ яңы банкноттар эшләгән, юғары һаҡланыу кимәле менән айырылып торған ул банкноттар уҙған йылдың ноябрендә генә ҡулланылышҡа индерелгән булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий