четверг, 21 июля 2016 г.

Amnesty International: үлем язаһына дусар булғандар 2015 йылда ике тапҡырға артҡан.


Донъяла 2015 йылда үлем язаһына хөкөм ителгәндәр унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 2 тапҡырға артҡан. Был турала Amnesty International хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы докладында әйтелде. Уҙған йыл язаланған 1 634 кеше хаҡында хәбәр итеп, хоҡуҡ һағындағылар шуны ла билдәләп үтә: ысында иһә хәлдәр күпкә ҡурҡынысыраҡ булыуы ихтимал, сөнки ҡайһы бер илдәрҙә үлем язаһы хаҡында мәғлүмәттәр дәүләт сере тип иҫәпләнә, һөҙөмтәлә мәғлүмәт йыйыу ауырлаша.

2015 йылда теркәлгән үлем язаларының драматик үҫеше тәүге нәүбәттә өс илгә ҡарай: Иран, Пакистан һәм Сәғүд Ғәрәбстанына. Үлемгә хөкөм итеүҙәрҙең 90 проценты, Ҡытайҙы иҫәпкә алмағанда, ошо өс илгә ҡарай,”-тип аңлата Amnesty International вәкиле Одри Гоуран.

Ҡытайҙа үлемгә хөкөм итеүҙәр, язалауҙар сер итеп һаҡлана, әммә хоҡуҡ һаҡлаусылар унда меңләгән экзекуция булыуы мөмкин тип бара. Ойошма сайтында хәбәр ителеүенсә, күп кенә илдәрҙә хөкөм ҡарары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсми сығанаҡтарҙан түгел, язаланғандарҙың туғандарынан һәм матбуғаттан йыйырға тура килә.

Уҙған йылғы язалауҙар лидеры - Иран, унда 977 кеше үлемгә хөкөм ителгән, уның артынса Пакистан килә - 326 кеше. Сәғүд Ғәрәбстанында 158 кеше язаланған. Көнбайышта үлем язалары буйынса АҠШ лидер(28 кеше).





Комментариев нет:

Отправить комментарий