суббота, 23 июля 2016 г.

Эрдоган илдең ҡораллы көстәрен үҙгәртеп ҡорорға вәғәҙә итә.


Уңышһыҙ түңкәрелештән һуң, Төркиә президенты Рәжәп Тайип Эрдоган ил ҡораллы көстәрен үҙгәртеп ҡорорға вәғәҙә итте. Был турала ул кесе йома көн Reuters агенствоһына биргән интервьюһында белдерҙе. Боланы ойоштороуҙа ул үҙенең элекке арҡаҙашы Фәтхуллаһ Гюленды ғәйепләне һәм ул етәкселек иткән “Хеҙмәтхәрәкәтен курд сепаратистарына ҡаршы күрелгән сарлар көтәсәген белдерҙе.

Эрдоган Төркиәлә индерелгән ғәҙәттән тыш хәл режимына шундай аңлатма бирҙе:

Францияла тәүҙә 3 айға ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде, аҙаҡ 3 айға оҙаттылар, һуңынан йәнә оҙайтылды. Тимәк оҙайтыу өсөн кәртәләр юҡ. Артабан беҙ ҙә ғәҙәттән тыш хәл режимын өс айға оҙайта аласаҡбыҙ.”

Төркиә властары, түңкәрелеш яһарға маташыуҙарына һылтанып, граждандарҙың хоҡуҡтарын ҡыҫымға алырға тейеш түгел - ЕС-тың сит ил эштәре һәм именлек сәйәсәте баш вәкиле Федерико Могерини шундай белдереү менән сығыш яһаны.

Беҙ күргән нәмәләр, айырыуса был университеттар, киң мәғлүмәт саралары һәм хөкөм эшенә ҡағыла, яраған эш түгел,”-тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Европа дипломатияһы башлығы.





Комментариев нет:

Отправить комментарий